Яңы полигон асылды

E-mail Печать PDF

Иглин ауылы бөгөн йылдам үҫә, көнкүреш ҡалдыҡтары ла арта. Быға тиклем ҡыйҙы ташлау, эшкәртеү мәсьәләһе уйланылмағайны. 

Һуңғы ике йылда был мәсьәләне хәл итеү  өҫтөндә ныҡлы эшләнелде. Сүп-сарҙы махсуслаштырылған, тирә-яғы кәртәләнгән полигонға ғына ташларға рөхсәт ителде. Был урын Иглин ауылы халҡы өсөн генә билдәләнгән.