Заман менән бергә

E-mail Печать PDF

Нуриман районының һабантуйҙары үтә торған аҡланда, Ҡыҙыл Яр ауылы биләмәһендә, «Урал мираҫы» II башҡорт этнофорумы уҙҙы. Уны Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы ойошторҙо, Мәҙәниәт министрлығы һәм Нуриман район хакимиәте һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. 


Сарала ҡатнашыусыларҙы   сәләмләгәндән һуң райондың үҙешмәкәр коллективтары “Мәңге йәшә, Башҡортостан “ тигән музыкаль-хореографик  композиция күрһәтте.  Билдәле йырсы Сабина Кучаева,  «Урал моңо-2016» халыҡ-ара фестивалендә беренсе урынды алған “Йатаған “ төркөмө,  Нуриман һәүәҫкәрҙәренән йырҙар авторы һәм башҡарыусы Миләүшә Имашева, шиғри һүҙ оҫтаһы Фәнзилә Зарипова сығыш яһаны.

Өс көн буйы  мауыҡтырғыс лекциялар, файҙалы оҫталыҡ дәрестәре, республика һәм Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған шәхестәр менән осрашыуҙар, спорт ярыштары, этноквест, тренингтар барҙы, башҡорт режиссерҙарының фильмдарын ҡарау ойошторолдо.

Форум йәш быуынды  милли традицияларҙы һаҡлап, заман менән бергә атларға өйрәтеү  маҡсатын ҡуйғайны.  Унда ҡатнашыусылар өсөн сығыш яһаған  абруйлы спикерҙар ярҙамында был  маҡсатҡа өлгәшмәй ҡалынмағандыр. Йәштәргә нисек итеп грант алыу, башҡорт әҙәбиәтендә фекерләү ирке тураһындағы сығыштар бик оҡшаны.  Билдәле бизнес-тренер Ғабдулла Хәмитов, үҙ проектыңды тәҡдим итергә, кеше алдында сығыш яһарға өйрәтеп,  ҡыҙыҡлы күнекмә үткәрҙе.

Лекциялар һәм тренингтар менән йәнәш «Бюрократ» уйыны ҡыҙҙы. Буласаҡ эшҡыуарҙар һәм йәш йәмәғәт эшмәкәрҙәре төрлө инстанциялар буйлап йөрөнө, һәр ҡайһыһы үҙ проектына аҡса, матди ярҙам йә кәңәш-төңәш алырға тырышты.

Мәскәүҙән «ФинЭкспертиза» компаниялар төркөмөнөң генераль директор урынбаҫары Илгиз Байморатов карьера баҫҡыстарынан күтәрелеү стратегияһын аңлатты, кәңәшмәләр, ултырыштар алып барырға өйрәтте, үҙенең  шәхси финанстарына идара итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Сараға республика райондарынан һәм башҡа өлкәләрҙән делегациялар килгәйне. Тирмәләр ҡороп, хас башҡортса көнкүреш өлгөһөн,  онотола барған халыҡ кәсептәрен күрһәтеүселәр булды. Нуриман районының Яңы Күл ауылынан лента һуғыу оҫталары ла форумда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте.