Төп бит Гәзиттең архивы №1 июль 2016 Сәнәғәттең ҙур үҫеше

Сәнәғәттең ҙур үҫеше

E-mail Печать PDF

Благовещен район хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы, республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, “Рәсәйҙең машина эшләүселәре" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә Башҡортостанда машина эшләү һәм оборона-сәнәғәт комплексының предприятие, ойошмалары етәкселәрен беҙҙең ҡала майҙансығында уҙған күсмә кәңәшмәгә йыйҙы. 

Ҡала мәҙәниәт йортоноң ҙур залына йыйылған 80-дән ашыу етәксе власть органдары, эшҡыуарлыҡ, банк сфераһы, фән берләшмәһе вәкилдәре менән республиканың сәнәғәт секторын үҫтереү буйынса етди ҡарарҙар ҡабул итеүҙә күҙгә-күҙ ҡарашып эшлекле һөйләште.

– Дөйөм алғанда, үткән     йыл күрһәткестәре республика машина эшләүселәренең уңышлы хеҙмәтен дәлилләне. Былтырғы һәм быйылғы ғинуар – май айҙарын сағыштырғанда сәнәғәт етештереүе индексы 100,5% тәшкил итте. Волга   буйы федераль округында үрҙә телгә алынған индексҡа ярашлы 14 субъект араһында республикабыҙ 5-се урынды алып тора. 482,3 млрд. һумға шәхси көс менән предприятиелар тарафынан хеҙмәттәр күрһәтелгән, эштәр башҡарылған. 2015 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,3% әҙер тимер изделиеларҙы етештереүҙең әҙәйеүе күҙәтелә. Ә башҡа төр продукциялар етештереүҙә иҡтисади үҫеш билдәләнә, – тип һөйләне БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин. 

Тик файҙаға ғына уҙған кәңәшмәлә яңы ҡаҙаныштарға нигеҙ һалынды, машина эшләүселәр алдындағы киҫкен проблемалар. Республиканың иҡтисади үҫешенә ҙур йоғонто яһаған сәнәғәт һәм машиналар эшләү комплексы эшмәкәрлегендәге уңыштар, ауырлыҡтар хаҡында ла һүҙ барҙы.

Кәңәшмә эшендә ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынба-ҫары Дмитрий Шаронов ултырыштың тәү башлап Благовещен ҡалаһында ойошторолоуы осраҡлы булмағанлығын, бындағы сәнәғәт предприятиеларынан өлгө алырлыҡ миҫалдар барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәнәғәт тармағында тырышып хеҙмәт иткәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы ул.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 260 йыллыҡ юбилейын билдәләгән, данлы юл үтеп, күп ҡаҙаныштарға ирешкән Благовещен арматура заводын, “Полиэф”ты барып күрҙе. Иҡтисади үҫештең аныҡ миҫалы булған “Варк” заводында ил кимәлендә газ, нефть, йылылыҡ тармағы өсөн арматура етештереү ойошторолған. Бында күп етәкселәргә өйрәнерлек һәм үҙ эшмәкәрлегендә ҡулланырлыҡ күренештәр байтаҡ: уңайлы эш урындары булдырылған, хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында эш хаҡы түләнә. Социаль өлкәгә ҡағылышлы һәр тәҡдимде завод етәкселеге ыңғай хәл итә. Барса ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Үҙ эшенең оҫталары булған хеҙмәткәрҙәр завод етәкселеге менән уртаҡ тел табып тырышып эшләй. Заводта һәр эштең яҡшы ойошторолоуын үҙ күҙҙәре менән күргән етәкселәр “Варк”тың сәнәғәт үҫешенә ҙур һәм ыңғай йоғонто яһауына иғтибар итмәй ҡалманы.