Төп бит Гәзиттең архивы №1 июль 2016 Тарихҡа бай хужалыҡ

Тарихҡа бай хужалыҡ

E-mail Печать PDF

80 йыллыҡ тарихын барлаған 119-сы Өфө йылҡы заводы сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер вәғәҙә иткән үҙенсәлекле эсемлеге, тоҡомло башҡорт, рус юртаҡ аттары менән илдә дан тотҡан хужалыҡ. Йылҡы заводының төп килем сығанағы, әлбиттә, ҡымыҙ. Лев Толстой, Антон Чехов кеүек мәшһүр яҙыусылар шифалы һәм сихәтле ҡымыҙға дан йырлаған. Мәшһүр яҙыусы Мамин-Сибиряк та милли эсемлегебеҙгә юғары баһа биргән. «Шарап, һыра, хәмер кешенең аңын томалай, ә ҡымыҙ ул Хоҙай биргән эсемлек», – тигән ул.

Райондың агросәнәғәт комплексы тарихында мөһим урын биләгән, заманында бихисап хеҙмәт батырҙарын үҫтергән, һәләтле етәкселәр һәм белгестәр тәрбиәләгән 119-сы йылҡысылыҡ заводы үҙенең үткән юлы менән дан тота. 1936 йылда ойошторолған был хужалыҡ күптән бөтә ил буйынса танылыу яуланы. Бөгөнгө көндә хужалыҡты тәжрибәле директор Александр Ким етәкләй.

Йылҡысылыҡ заводы – райондың визит карточкаһы, традицияларын уңышлы дауам иткән хужалыҡ тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Ысынлап та, ниндәй генә һынауҙар булмаһын, предприятие ошо көндәргәсә тармаҡты һаҡлап ҡалып, һуңғы йылдарҙа яңы ҡаҙаныштарға өлгәште. Бөгөн был хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Бының нигеҙендә йылҡысылыҡ заводы етәкселәренең, уның коллективының йылдар буйы һалынған ныҡышмалы хеҙмәте ята.

119-сы йылҡы заводында башҡорт тоҡомло аттарҙың 10-сы быуынға тиклемге нәҫеле тураһында мәғлүмәт тупланған. Предприятие музейында 1936 йылдан алып бөгөнгәсә тыуған ҡолондарҙың таныҡлығы бар. Өфө аттарының Европа илдәре, Рәсәй бәйгеләрендәге еңеүен дәлилләгән маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана.

Бында етештерелгән баһадирҙар эсемлеге республикала ла киң билдәле. Башҡортостан кимәлендә үткәрелгән ҡымыҙ яһаусылар конкурстарында һәр саҡ юғары баһа ала был коллектив.Ҡымыҙҙы “Янғантау”, “Красноусол” һәм башҡа шифаханалар, туберкулез диспансерҙары һатып ала, йәрминкәләргә лә сығаралар.

Хужалыҡта эшенә яуаплы ҡараған, тырыш коллектив тупланған. Коллектив үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Был мәртәбәле байрамға республиканан, баш ҡаланан, райондан һәм Ольховое ауылы халҡы йыйылды. Байрам майҙанында үҙ эшенең оҫталары маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде, йыр-моң яңғыраны, хеҙмәт ветерандары хөрмәтләнде, шау-гөр килеп ат ярыштары уҙҙы. Хужалыҡтың данлы тарихына бағышланған күргәҙмә янынан һәм экспонаттарға бай музейҙан кеше өҙөлмәне.

– Хужалыҡтың гөрләп эшләгән мәле беҙҙең йәшлек осорона тура килде, –  ти ветерандар ғорурлыҡ менән.