Шәп ҡош ул тауыҡ

E-mail Печать PDF

Ауылдарҙағы  тырыштар шәхси хужалыҡта табыш алыу юлдарын табып тора. Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъярҙа йәшәгән Тимерғәлиевтар ғаиләһе тоҡомло тауыҡтар үрсетә һәм был шөғөлдөң файҙа килтереренә ҙур өмөт бағлай.


Күңелгә Нуриман ята

Тимерғәлиевтар дүрт йыл элек Өфөнән күсеп килгән. Ғаилә башлығы Рөстәм – Балтас яғынан, ә Гүзәл сығышы менән Белорет районынан булһа ла, төйәкләнер урын итеп беҙҙең яҡты һайлайҙар. «Беренсенән, бик күркәм төбәк, – ти Гүзәл был һайлауҙың серен аңлатып. – Әсәйемдең тыуған ауылы Саруаға килеп йөрөй инек. Был яҡты күптән яратабыҙ. Икенсенән, Рөстәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениеһында водитель булып эшләгәс, уға йөрөргә яҡын булһын тип тә уйланыҡ».

Гүзәл, балаларын ҡарап, өйҙә тора.  Өс улдары бар, кескәйенә – йәш ярым, өлкәне ун ике йәштә. Ете йәшлек уртансылары  тыумыштан зәғиф булған.  Саф һауа, таҙа ризыҡ, иркенлек хәлен яҡшыртыр тип  өмөтләнеп,  ауыл еренә күсенергә ҡарар иткәндәр.

Береһенән-береһе хикмәтлерәк

Ҡыҙылъярға килеп урынлашҡас, тауыҡ аҫрамаҡсы булып, 70-80 һумлыҡ себештәр һатып алғандар. Тик был ҡәҙимге генә ҡоштарҙың – ни йомортҡаһы, ни ите тигәндәй, уларҙы оҡшатмағандар. Интернеттан тауыҡтар донъяһын өйрәнгәндән һуң, тоҡомло ҡоштар алып үрсетергә булғандар. Маҡсат булһа, ғәмәлгә ашырыу юлдары табыла бит ул. Тоҡомло тауыҡтар табыу ҡыйын булмаған, етмәһә, Рәсәй буйлап йыш командировкаларға йөрөгән Рөстәм, ҡайҙа барһа ла, береһенән-береһе хикмәтлерәк тауыҡтар алып ҡайтыр булып киткән. Шулай итеп, ғаиләнең ит һәм йомортҡа мәсьәләһе хәл ителә.

Хәҙер һәр береһенең яратҡан тоҡомдары бар. Рөстәмгә орпингтон, брама, виандот ише эре кәүҙәле ит-йомортҡа тауыҡтары оҡшай, Гүзәл күркәм ҡиәфәтле биҙәүес тауыҡтар йүнәлеше менән  ҡыҙыҡһына. Ебәк ҡытай тауығы, «ву-цзы» тигән ҡытай тоҡомо, павлово, бресс-галь, голланд тоҡомдары матур була.

Һәр тоҡомдо килтереп сығарыу өсөн кешелек бик күп көс һалған, һәр ҡайһыһы оҙайлы һайлап алыуҙар үткән, камиллаштырылған. Һәр тоҡомдоң үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, орпингтондар Англияла көйәҙ инглиздәрҙең талаптарына яраҡлаштырып сығарылған. Баҡһаң, улар аҡ тиреле тауыҡтарҙы ғына ашай икән, ә Америка халҡы һары тирелегә өҫтөнлөк бирә, шуға унан килтерелгән тоҡомдар инглиздәргә оҡшап етмәй. Орпингтон әтәстәре – 5,7, тауыҡтары 5,5 килоға етә. Йылына 140-160 йомортҡа һалалар. Брама тауыҡтары ла бик итләс. Был тоҡом Азияла сығарылған. Әтәсе – 4,5, тауығы 3,5  килоға етә. Браманы иткә генә түгел, йомортҡаға ла тоталар, етмәһә, ул бик күркәм ҡиәфәтле.

Виандот XIX быуатта Төньяҡ Америкала барлыҡҡа килгән. Уға индеецтар ҡәбиләһенең исеме бирелгән, сөнки ҡара ҡаймалы көмөшһыу ҡанаттары индеецтарҙың баш кейемен хәтерләтә икән. 1911 йылда Рәсәйгә күсерелгәндәр. Хәҙер инде төҫ буйынса уның 15-ләп төрө бар. Ыҡсым кәүҙәле был тоҡомдоң (әтәсе – 3,5, тауығы 2,5 килоға тиклем тарта) йомортҡалары эре генә була. Тауыҡтары беренсе йылында 200-гә тиклем йомортҡа бирһә, артабан бер аҙ кәмеп, 170-кә тиклем йомортҡа һала.

Был тоҡомдарға ҡараған ҡоштар ашауға талымһыҙ, һалҡынға сыҙамлы, төҫ-ҡиәфәттәре бик күркәм.

Бәһлеүән

Рөстәм менән Гүзәлдең хужалығында донъялағы иң ҙур тауыҡтарҙы – джерси бәһлеүәндәрен дә күрергә була. АҠШ-тың Нью-Джерси штатында ХХ быуат башында сығарылған улар. Әтәсенең ауырлығы  5,9 килоға етә, бер йәшлек сағында уҡ 5 килограмм тарта. Был ҡоштар бик ҙур булғанлыҡтан оса алмай, шуға уларҙы тәпәш кенә кәртә эсендә лә аҫрап була. Төнәкте лә, йомортҡа һала торған ояны ла тәпәш ҡуйырға, йә булмаһа менеп-төшөп йөрөрлөк таҡта һөйәргә кәрәк.  Һыуыҡҡа сыҙамлы булһалар ҙа, кикректәре тиҙ өшөүсән икән, шуға һауа температураһы 0 градустан түбәнәйә башлаһа, кикректәрен майлау, үҙҙәрен йылыға индереү хәйерле. Кәүҙә ауыр булғас, йомортҡа баҫып ултырған тауыҡ уларҙы һытыусан була, шуға себештәрҙе инкубаторҙа сығарыу кәңәш ителә.

Шифалы кәрләләр

Гүзәлдең ҡоштары араһында уның иң яратҡан тоҡомо – ҡытай ебәк тауыҡтары. Улар тереләй ни бары 1-1,5 килограмм тарта. Бүрекле, йөнтәҫ тәпәйле бәләкәс кенә был тауыҡтарҙың йөнө мамыҡтай нескә һәм йомшаҡ, туҙырап тора, шуға ҡош үҙе пудель этенә оҡшаш. Тәпәйҙәре – биш бармаҡлы.

Ҡытай ебәк тауыҡтары тураһында беренсе яҙмаларҙы беҙҙең эраға тиклем 400-ләп йыл элек йәшәгән фәйләсүф Аристотель ҡалдырған. Уларҙы «бесәй йөнлө тауыҡтар» тип атаған. Ебәк тауыҡтарҙың йөнөн ҡырҡалар ҙа бына тигән йөн еп эрләп алалар икән. Бер ҡырҡыуҙа һәр тауыҡ 75 грамм самаһы йөн бирә, бер ай тигәндә яңыһы үҫеп етә.

Ҡытай ебәк тауығының тиреһе, ите ҡара төҫтә була, шуға өйрәнмәгән кеше уны ашарға ҡыйынһына, әммә ите лә, һурпаһы ла иҫ  киткес шифалы икән. Хәлһеҙгә хәл кертә торған был ризыҡты ҡытайҙар ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән, туберкулездан һәм башҡа ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн ҡуллана. Бонн зоологтары ҡара итте тикшергәндән һуң уның аминокислоталарға, кальцийға, витаминдарға бай булыуын асыҡлаған. Унда ҡанды таҙарта, бөйөр, талаҡ, енси ағзалар эшмәкәрлеген яҡшырта торған матдәләр табылған. Шифаһын арттырыу өсөн Ҡытай медицинаһы ҡара итле тауыҡ һурпаһына женьшень, әфлисун ҡабығы, имбирь, аҡ ямс һалып бешерергә ҡуша.

Һуңғы осорҙа был ҡош Америка һәм Европа илдәрендә лә бик үтемле булып киткән. Уны үрсетеү һәм итен етештереүҙе сәнәғәт кимәленә ҡуйғандар.

Был тауыҡтарҙы ҡарау һәм ашатыуҙың әллә ни ҡыйынлығы юҡ, тип иҫәпләй Гүзәл. Себештәренә, йомортҡаһына һорау бар, тимәк, уны табыш сығанағына әйләндерергә була.

 Һәр сәфәрҙән – яңы ҡош

Ғөмүмән, Тимерғәлиевтар аҫраған 12 төр тоҡом тауыҡтарының барыһына ла халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу арта бара. Ғаилә тоҡомло ҡошсолоҡ менән етди шөғөлләнә, тоҡомдарҙың сафлығы тураһында ҡайғырта. Рөстәм һәр командировкаһынан яңы ҡоштар алып ҡайта. Мәҫәлән, бер тоҡомдоң әтәсе Воронеждан булһа, тауығы Мәскәүҙән. Шулай ҡан яңыртыла һәм тоҡомдоң яҡшы сифаттары һаҡлана.

Гүзәл менән Рөстәм әле йорт яны хужалығында үрсетелә ала торған бройлерҙар йүнәлешенә иғтибар биргән. Йыл һайын бройлер себештәре һатып алып тормайһың, йомортҡа һалдыраһың да себештәрен үҙ инкубаторыңда сығараһың – бик уңайлы һәм табышлы эш булмаҡсы был.

Тырыш, егәрле Тимерғәлиевтар  тауыҡ үрсетеү буйынса белгес  булып бөткән, бай тәжрибәгә эйәләр. Ҡыҙыҡһыныусыларға кәңәштәре менән ярҙам итергә әҙерҙәр. Нуриман районының һабантуйындағы ҡаҙаныштар күргәҙмәһендә лә уларҙың тауыҡтары ҡуйылған ситлектәр тирәһенән кеше өҙөлмәне.