Төп бит Гәзиттең архивы №1 июль 2016 Илебеҙҙе яҡлайыҡ, телебеҙҙе һаҡлайыҡ

Илебеҙҙе яҡлайыҡ, телебеҙҙе һаҡлайыҡ

E-mail Печать PDF

Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин – философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире. Фәнил Фәйзуллин – илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы , социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе. Уның 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан. Фәнил Сәйет улы етәкселегендә 50-нән ашыу методик ҡулланма әҙерләнгән. Милләттәрҙең һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешендәге социаль мәсьәләләр тикшереү һәм хәл итеүҙә академик Ф.С. Фәйзуллиндың өлөшө ғәйәт ҙур. Фәнил Сәйет улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының иң үткер һүҙле әүҙем ағзаһы. Өфө районының Яңы Ҡарашиҙе ауылында тыуып, Иглиндә урта мәктәпте тамамлап Өфөгә юғары белем алырға юлланған егет бөтә ғүмерен фәнгә, иленә һәм халҡына хеҙмәт итеүгә арнай. Ул итәғәтле, инсафлы кеше, уның менән аралашыуҙан ҙур кинәнес табаһың.

Фәнил ағай Фәйзуллин – бөгөн беҙҙең әңгәмәсебеҙ.


— “Ҡаһым түрә” риүәйәтендә ошондай һүҙҙәр бар: “Александр батша башҡорттарға: “Бик күп батырлыҡтар күрһәттегеҙ. Йә, һеҙгә ни кәрәк?” – тигән, ти. Ҡаһым түрә уға шулай тип яуап биргән: “Беҙ ярҙамға ғына килдек, бер нәмә лә һорамайбыҙ!” Фәнил ағай, ошо һүҙҙәр башҡорт хал-ҡының асылын күрһәтәме?

— Боронғо замандарҙа халҡыбыҙ байтаҡ күркәм сифатҡа эйә булған, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Күптән түгел генә фольклор материал-дарының социаль тикшереү һөҙөмтәләренә иғтибар иттем. Нимәһе ҡыҙыҡ: башҡорттар милли сығышын билдәләгәндә, башҡа милләттәрҙән айырмалы, беренсе урынға үҙҙәренең тарихи территорияһын ҡуя икән. Бының ниңә шулай икәнен аңлатыуы ауыр түгел, сөнки башҡорттар төрлө ырыуҙар ҡушылыуынан барлыҡҡа кил-гән. Ырыу системаһында бер-береңә ярҙам итеү, ойош- ҡанлыҡ, берҙәм һәм татыу булыу, үҙ шәхестәреңде хөрмәтләү һәм данлау кеүек сифаттар ҡәүемдең көсөн, нигеҙен тәшкил иткән факторҙар булған. Милләттең төп тотҡаһы булып тел, рух һәм тыуған еребеҙ торған.

 

– Үткәндәр менән ғорур-ланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бармы?

— Халыҡтың бөйөклөгө уның һаны түгел, ә башҡарған эштәре менән билдәләнә. Тарихи Башҡортостан ерендә урынлаш-ҡан Арҡайымды ғына алайыҡ. Ул Троянан мең йылға олораҡ, шул ваҡытта уҡ унда металлургия оҫтаханалары гөрләп эшләгән. Рәсәйҙә быуаттар төпкөлөнән алып тау сәнәғәтенең үҙәге булып Урал торған. Ун һигеҙенсе быуат башында ғәйнә башҡорто Тасим Маметов улдары менән мәғдән сәнәғәтен үҫтереүселәр араһын-да иң уңышлы эшләгән таусылар рәтендә һаналған. Ә уның улы Исмәғил – илебеҙ тарихына үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙған башҡорттарҙың береһе. Белеүебеҙсә, Тасимов-тың мөрәжәғәте һәм юлламалары буйынса Санкт- Петербургта Тау эше буйынса оҫталар һәм белгестәр әҙерләү училищеһы асыла, оҙаҡламай ул институт статусын ала. Ундай миҫалдарҙы күп килтерергә була.

Барыбыҙға ла ошо тарихи ысынбарлыҡты белергә һәм уны башҡа халыҡтарға танытырға кәрәк. “Урал батыр” эпосын ғына алып ҡарайыҡ, ул бит бөтә донъя рухи мираҫ шедевры, халҡыбыҙҙың быуындан быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөһө. Унда – халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр…

Эйе, үткәндәр менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙебеҙ бар, тип әйтер инем. Арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, атҡарған эштә-ребеҙҙе, яулаған уңыштары-быҙҙы һанап бөтөрлөк түгел. Башҡорт – бал, ҡурай, фольклор, милли кейем генә түгел, ифрат бай тарихлы бөйөк халыҡ. Шул уҡ ваҡытта баҫалҡы халыҡ. Башҡаларға үҙебеҙҙең ҡаҙаныш-тарыбыҙҙы, уңыштарыбыҙҙы бөтә ил күләмендә күрһәтә белмәйбеҙ, шау-шыу ҡуптар-майбыҙ, шағир әйтмешләй, үҙ арбабыҙҙа үҙ йырыбыҙҙы йырлап китеп тик барабыҙ.

 

— Йәмғиәттәге үҙгәрештәр беҙҙең менталитетҡа тәьҫир итәме?

— Төрлө система-ҡоролошта йәшәй, төрлө ыҙа-михнәттәр күрә торғас, башҡорт бөгөн үҙенең асылынан тайпылды. Халҡыбыҙҙың бер өлөшө йәшәү көсөн юғалтып, капитализм ҡанундарына яраҡлаша алмай, эшһеҙлектән ҡотолоу юлын тапмай, эскелеккә һалышты. Кемдер матди байлыҡҡа ғына ынтылды, намыҫ һәм әхлаҡ ҡанундарын ситкә ташлап, рухи байлығыбыҙҙы юғалтты. Элекке дуҫлыҡты, аралашыуҙы, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙыуҙы оноттоҡ.

Милли мәғарифтың көрсөккә төртөлә барыуы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформалар бөгөн етди проблемаларға әйләнде. Әгәр ҙә беҙ әхлаҡ ҡағиҙәләрен тотмаһаҡ, белем алыуға битараф ҡалһаҡ, ғаилә ҡороп, күп һәм мәҙәниәтле, башҡорт телле балалар үҫтереп йәшәмәһәк, халҡыбыҙҙың киләсәге булмаясаҡ. Халҡыбыҙ менталитетына хас булмаған сифаттарҙан ҡотолорға кәрәк. Ер байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, милли эшҡыуарлыҡҡа нығыраҡ иғтибар биреү, иҡтисадты үҫтереү, ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырыу, эшһеҙлекте кәметеү һымаҡ кисектергеһеҙ эштәребеҙ тора алдыбыҙҙа.

Иҡтисади көрсөктән бигерәк рухи көрсөк ҡурҡыныс! Аңыбыҙҙы уятайыҡ, рухыбыҙҙы күтәрәйек, белемебеҙҙе арттырайыҡ. Традиция-ларыбыҙҙы, матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе олатай- өләсәйҙәребеҙҙән генә түгел, мәктәптәрҙә лә өйрәнәйек. Сабый саҡтан ғаиләлә туған телгә һөйөү уянырға һәм тәрбиәләнергә тейеш. Мәктәптәргә һәм төрлө уҡыу йорттарына ғына телде өйрәнеүҙе тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел. Телде юғалтмаҫ өсөн үҙебеҙгә күберәк башҡортса аралашырға, яҙыусы, шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк. Рухи аҙыҡ ҡалдырыусы, халыҡ күңеленә нур сәсеүсе сәсәндәребеҙ, яҙыусыларбыҙ, шағирҙарыбыҙ ижады онотолорға тейешме ни?

 

— Бөгөн алдыбыҙға ҡуйған маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш?

— Донъя бик тиҙ үҙгәрә. Ошо мәлдә иң мөһиме – глобалләшеү шарттарында башҡорттарҙың мәҙәни үҙенсәлеген яҡлау, телебеҙҙе һаҡлау, бөтөн халыҡтың һәм арҙаҡлы эшмәкәрҙәребеҙҙең тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеү, йәштәрҙә рухи-әхлаҡи сифаттар, илһөйәрлек тәрбиәләү, уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү, халҡыбыҙҙы тергеҙеү, берләштереү, киләсәккә яңы бурыстар ҡуйыу.

Беҙҙең башҡараһы эштәр күп әле. Яңы эш урындары асыу, белем, медицина, фән өлкәһендә үҫешкә өлгәшеү. Шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙа йәшәү сифатын бөтә яҡлап күтәрергә тырышырға кәрәк. Йәштәр дөрөҫ юлда булһын өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ваҡыттарын һәм көстәрен кәрәкле эшкә йүнәлтергә тейешбеҙ. Күп һөйләүҙән арынып, ғәмәли эштәргә күсеү кәрәк. Үҙен башҡорт тип белгән кеше үҙенә “Мин башҡорттар өсөн нимә эшләнем?” тигән һорау ҡуйһын ине. Туған телгә, тыуған илгә һөйөү хисен арттырыу ҙур көс талап итмәй. Бының өсөн ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышайыҡ, кәңәшләшәйек, ихтирамлы булайыҡ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең берләшеүҙе аңлатасаҡ. Ә берҙәм булғанды бер көс тә еңә алмағанын беҙ күптән беләбеҙ.

 

— Фәнил ағай, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!