Төп бит Гәзиттең архивы №1 июль 2016 Йәйләү рухы төҫ беҙгә

Йәйләү рухы төҫ беҙгә

E-mail Печать PDF

Байтаҡ йылдар элек билдәле әҙибә Мәрйәм Бураҡаева балаларҙы милли рухта тәрбиәләү, башҡорт мәҙәниәтенә, ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм хөрмәт уятыу маҡсатында «Йәйләү» тигән лагерь асыуҙы ойошторғайны. Шунан бирле «Йәйләү» йәй һайын республика лагерҙарының берәйһендә өйҙәш булып үткәрелә килде. Быйылдан башлап ул яңы форматҡа күсерелде. Яңыса «Йәйләү» менән Нуриман районының Иҫке Күл ауылында танышыу насип булды. 

Иҫке Күл урта мәктәбенә был ауылдың ғына түгел, күрше башҡорт ауылдарының да балалары йөрөп уҡый. Мәктәп директоры Шәрифйән Кәримов белем усағының гөрләп эшләп тороуына, башҡорт балаларының милли ҡиммәттәрҙе үҙләштереп, белеп үҫеүенә ҙур көс һала. Башҡорт теле уҡытыусыһы Дамира Шәрәфетдинованың   уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу өсөн Өфөнән билдәле артист Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты саҡырып, ҡурай, ҡумыҙ дәрестәре алғандар. Остаздан ҡурай тартырға өйрәнеп ҡалған уҡытыусы Салауат Шәйҙуллин  балалар менән күнекмәләр үткәреүҙе дауам итә. Шулай итеп, ҡурайсылары, ҡумыҙсылары ла бар мәктәптең.  Ҡыҫҡаһы, «Йәйләү» рухы иҫке күлдәргә һис тә ят түгел.

«Йәйләү»ҙе республика мәктәптәренә таратыу эшен баш ҡалалағы ойоштороусылар (Мәрйәм Бураҡаева, Илүзә Яхина, Мәрүә Ғилметдинова, Рәйсә Күзбәкова) ентекле һәм етди алып бара. Урындарҙағы буласаҡ лагерь етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен ҡат-ҡат Өфөгә уҡыуға йыялар, йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, ауыҙ-тел ижады ынйыларын өйрәтәләр, төрлө сараларҙы үткәреү өлгөләрен бирәләр.

Иҫке Күл лагерындағы 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге 83 баланы дүрт ырыуға бүләләр (ҡыпсаҡтар, үҫәргәндәр, меңдәр, көҙәйҙәр). Был яҡ башҡорттарының көҙәй ырыуына ҡарағанын иҫәпкә алып, уларҙы йәйләү хужаһы итәләр. Ә башҡа ырыуҙар уларға «ҡунаҡҡа килә», бер-береһенә һөнәр күрһәтәләр, йола уйындары уйнайҙар. Һәр ырыуҙың ораны, ҡошо, тамғаһы, йыры була. Тотош лагерҙың девизы итеп «Бейемәгән башҡорт юҡ!» тигән фекер алына. Шулай булғас, лагерҙа күп  бейейҙәр. Ауылдың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Фәтҡуллина ял итеүселәргә флеш-мобтар өйрәтә.

Спорт уйындары лагерь тормошоноң мөһим өлөшөн алып тора. Уларҙы физкультура уҡытыусыһы Салауат Шәйҙуллин  үткәрә.

Һүрәт төшөрөүселәр башҡорт рәссамы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге приз өсөн көрәшә,  шиғыр яҙыусылар – Аҡмулла призы, йырсылар – Мәғәфүр Хисмәтуллин һәм Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова, әкиәттәрҙе сәхнәләштереп, ролдәр башҡарыусылар Арыҫлан Мөбәрәков менән Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге приздар менән бүләкләнә.

Хеҙмәт тәрбиәһе лә онотолоп ҡалмай. Мәктәп баҡсаһында йәшелсә үҫентеләре ултырталар, түтәлдәрҙе утайҙар, һыу һибәләр, сәскә тәрбиәләйҙәр. Китапханасы Нәфисә Бәҙертдинова апалары менән китаптарҙы барлау, иҫкеләрен айырыу менән мәшғүл булалар.

Мәктәп ашнаҡсылары Зөһрә Әхмәрова менән Гүзәлиә Ғәйнуллина ял итеүселәрҙе көнөнә ике тапҡыр тәмле аштар менән һыйлай.

«Йәйләү» маҡсатына өлгәшә: балалар халҡының йолалары, тарихы, мәҙәниәте тураһында яңы мәғлүмәттәр ала, башҡорт рухлы мөхиттә йәшәй.